-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
21 Октябрь 2021, 10:28

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҙур гастролдәргә сыҡты.

Бейеүселәр Тверь, Бөйөк Новгород, Тихвин, Великие Луки, Мәскәү һәм Владимир ҡалаларында сығыш яһаны. Шулай уҡ ғәскәровсылар үҙҙәренең концерттары менән Санкт-Петербургта, Владимирҙа, Тверҙә, Бөйөк Новгородта Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асасаҡ.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерты менән Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәре асылды.

Ленсовет Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Ғәскәровсылар тамашасыларға “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” программаһын күрһәтте. Концертта ансамблдең алтын фонды мираҫы булған данлы “Зарифа”, башҡорт хореографияһының классикаһы булған “Ете ҡыҙ” бейеүҙәре тамашасы яратып ҡараны.
“Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен Ғәскәровсыларҙың һоҡланғыс концерты менән асылып китеүенә беҙ ифрат шат. Легендар бейеүҙәр, артистарҙың юғары профессионализмы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һәр бейеүҙе көслө алҡыштар менән ҡаршы алдылар. Әлбиттә, үҙебеҙҙең башҡорт бейеүҙәре күңелдәребеҙҙе тетрәндерә,” – тине Санкт-Петербург Башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова.

Шулай уҡ ансамбль артистары оҫталыҡ дәрестәре лә бирҙе. Студенттарҙың “Аманат” бейеү, “Наза” фольклор ансамблдәре лә саҡырылғайны.

Ижади сәфәр «Беҙ – Рәсәй» милли коллективтар гастролдәре" программаһы буйынса үтә.

Проектты РФ Мәҙәниәт министрлығының "Беҙ - Рәсәй" программаһы буйынса "Росконцерт" ойоштора. Генераль мәғлүмәт партнеры – ТАСС. Билеттарҙы «Пушкин картаһы» буйынса ла алырға мөмкин.




Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҙур гастролдәргә сыҡты.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҙур гастролдәргә сыҡты.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҙур гастролдәргә сыҡты.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҙур гастролдәргә сыҡты.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҙур гастролдәргә сыҡты.
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: