Йәш сағынан ат ярыштарында, ҙур бәйгеләрҙә ҡатнашып йөрөй. Йәйге һабантуйҙарҙа, ҡышҡы ат ярыштарында ал бирмәй. Аттары ла үҙе кеүек сәмле, көслө.
Оло булыуына ҡарамаҫтан, олатайым әле булһа "Башҡорт аты", "Тай-тулаҡ" республика ярыштарында команда менән ҡатнашып, тәүге урындарҙы алып, ҙур приздар менән ҡайта.
Олатайҙың ат яратыуы ҡыҙҙарына ла, хатта өләсәйгә лә күскән.
Таштимер Әлибәков исеменә уткәрелгән ҡышҡы ат ярыштарында ике йыл рәттән олатайым менән бергә әсәйем менән өләсәйем дә ҡатнашты. Улар ҙа тәүге урындарҙы алды. Сөнки атты бит олатай өйрәткән!
Олатайым, махсус белемгә эйә булмаһа ла, малдарҙы дауалай. Әле булһа тайҙарҙы еккегә өйрәтә. Атҡа егеп йөрөү өсөн кашауай санаһын, эш санаһын "һә" тигәнсе эшләп ҡуя. Кешеләрҙең дә санаһын ҡарап-йүнәтеп бирә.
Аттарын үҙе дағалап ала: “Дағалы атты менеп йөрөүе ышаныслы була", – ти олатайым.
Шундай олатайым булыуына ҡыуанам.
ХИСАМЕТДИНОВА Илгенә,
5-се “А” синыфы уҡыусыһы.
Бөрйән районы Байназар ауылы.