-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
15 Апрель , 12:37

Хыял тормошҡа ашыр

Инициатив бюджетлау мәктәп уҡыусыларының мөһим проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Хөкүмәт ярҙамын алыу мөмкинлеген аса. Был конкурста  беҙҙең Архангел районының Тирәкле урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ла йылдан-йыл ҡатнашып килә.

Хыял тормошҡа ашыр
Хыял тормошҡа ашыр

Быйылғы уҡыу йылында «Балаларҙың ял һәм ижад зонаһын биҙәү» проекты менән көс һынашырға   булдыҡ. Проекттың төп маҡсаты – яңыртылған Федераль белем биреү стандарттары талаптарына яуап бирерлек тәрбиә менән шөғөлләнеүгә нигеҙ һалыу,  балаларҙы физик һәм рухи яҡтан сыныҡтырыу, уҡыусының һәр яҡлап һәләтен асыу өсөн йүнәлеш биреү, бала булмышында, аңында тәбиғәттән бирелгән, быуындан-быуынға күсә килгән һәләтен уятыу.

Был проект  бик кәрәкле, сөнки баланың заман  менән бергә атлап, яңы мәғлүмәт технологияларын белеп,  киләсәктә конкурентлыҡ мөхитендә эш итергә өйрәнеүе –  ул хәҙерге көн талабы.

Ошо проектта уңышҡа өлгәшеү өсөн мәктәп уҡыусылары бик ҙур тырышлыҡ һала. Хыялыбыҙ тормошҡа ашыр тип өмөтләнәм.

 

ЮЛЫБАЕВА Арина, 

Тирәкле урта мәктәбенең Уҡыусылар советы рәйесе.

#Аманат_АрхангелРайоны #ИнициативБюджетлау

Хыял тормошҡа ашыр
Хыял тормошҡа ашыр
Хыял тормошҡа ашыр
Хыял тормошҡа ашыр
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: