+13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
15 Апрель , 13:12

Өлгөр өләсәйем

Минең өләсәйемдең исеме Айһылыу. Ул Бөрйән районы Килдеғол ауылында йәшәй.  Өләсәйем – беҙҙең ғаиләлә иң ҡәҙерле кеше. Өләсәйемдәргә барһаҡ, уның менән бергә тышта йөрөйбөҙ. Бергәләп тәмлекәстәр бешерәбеҙ, өләсәйем һеңлем менән икебеҙгә ҡамыр аштары бешереү серҙәрен өйрәтә. Бигерәк тә өләсәйем бешергән бәлеште, ҡоймаҡты, йыуаса һәм бауырһаҡты яратып ашайбыҙ.

Өлгөр өләсәйем
Өлгөр өләсәйем

Өләсәйем һаулыҡ өсөн файҙалы булған хәләл ашамлыҡ ҡулланыуҙы өҫтөн күрә. Ҡул тирмәне менән ҡыҙҙырылған бойҙайҙы тартып, талҡан эшләй. Бойҙай орлоҡтарын таҙартып, йыуып, табала ҡыҙҙырып алған ваҡытта өләсәйемә ярҙам итергә тырышам. Беҙгә талҡандың файҙаһы тураһында ла һөйләне. Ысынлап та, талҡан ашаһаҡ, тиҙ генә асыҡтырмай, ауырып киткән осраҡтарҙа бер аҙ ғына талҡан ашап алһаң, организмға хәл инеп китә.
Өләсәйемдең тағы ла яратҡан бер шөғөлө бар: ул  дарыу үләндәре йыйып киптерә. Келәтендә ниндәй генә дарыу үләне һаҡланмай! Ул үләндең һәр төрөн ҡушып, төрлө һауыттарға һалып, тәмле ҡатнашмалар әҙерләй. Ҡыш еткәс, шул үләндәрҙән хуш еҫле сәйҙәр эсәбеҙ. Шифалы сәйҙәр, самалап эсһәң, һаулыҡҡа нык килешә, тип әйтергә ярата өләсәйем.
Ә өләсәйем бәйләгән ойоҡбаш менән бейәләйҙе кейеү үҙе бер бәхет тип иҫәпләйем. Күҙ нурҙарын түгеп, күңелен һалып бәйләгән һәр әйберенән йылылыҡ бөркөлөп тора. Уға оҡшап, мин дә киләсәктә бәйләү серҙәрен нығыраҡ өйрәнергә теләйем.
Уның ниндәй генә гөлдәре юҡ тәҙрә төбөндә. Беҙ уларға һыу һибешәбеҙ, төптәрен йомшартабыҙ. Өләсәйемдең өйө таҙа һәм матур. Ул балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен хеҙмәтте яратырға һәм тормошта өлгөр, етеҙ булырға өйрәтә.

Әсәйем өйҙә булмағанда өләсәйем беҙҙе ҡараша. Ул беҙҙе һәр ваҡыт ҡайғыртып, хәстәрләп тора. Шуның өсөн дә һеңлем менән уны яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Киләсәктә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем һиңә, ҡәҙерле өләсәйем.


АСҠАРОВА Йәнгүзәл,

Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы.

#Аманат_БөрйәнРайоны

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: