-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
17 Апрель , 09:25

Олатайым

Минең олатайым — Фәрит Сәфәр­ғәле улы Нау­разбаев.

Олатайым
Олатайым

 Ул бәләкәй сағынан, атаһына эйәреп, мал кө­төшөп, аттарҙы яратып үҫкән. Ул атһыҙ бер көн дә тора алмай. Бәләкәйҙән ат араһында үҫкәс, ҡурҡыуҙы белмәй. Йылҡы һуйырға лә олатайҙы саҡыралар, хатта күрше ауылдарға ла алып китәләр.
Йәш сағынан ат ярыштарында, ҙур бәйгеләрҙә ҡатнаша. Йәйге һабантуйҙарҙа, ҡышҡы ат ярыш­тарында ла ал бирмәй. Аттары ла үҙе кеүек сәмле, көслө.
Оло булыуына ҡарамаҫтан, әле булһа ла республика буйынса үткәрелгән "Башҡорт аты”, "Тай-тулаҡ” ярыштарында команда менән ҡатнашып, тәүге урындарҙы алып, ҙур приздар менән ҡайта.
Олатайҙың ат яратыуы ҡыҙҙарына ла, хатта өләсәйгә лә күскән.
Беҙҙә үткәрелгән ҡыш­ҡы ат ярыштарында ике йыл рәттән олатайым менән бергә әсәйем һәм өләсәйем дә ҡатнашты. Улар ҙа тәүге урындарҙы алды, сөнки атты бит олатай өйрәткән!
Олатайым бер ерҙә лә уҡымаһа ла малдарҙы дауалай, кешеләргә ярҙам итә.
Әле лә тайҙарҙы еккегә өйрәтә. Атҡа саналарын да "һә” тигәнсе эшләп ҡуя. Башҡаларҙың да санаһын йүнәтеп бирә. Аттар ҙа дағалай.
Шундай олатайым булыуына ҡыуанам.

Илгенә Хисаметдинова,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы

Автор:
Читайте нас: