Телебеҙҙе һаҡлайыҡ!
Шағир Рамаҙан Шәғәлиев “Туған телде белмәй тороп, ят телдә булмай эш ҡырып,”- тип яҙа. Ысынлап та, дөрөҫ һүҙҙәр. Һуңғы йылдарҙа тиҫтерҙәрем араһында ғәзиз туған телебеҙҙә аралашмау күңелде ҡыра. Әлеге заманда бик күп луҫтарымдың ғаиләләрендә аралашыу – урыҫ телендә бара. Беҙ ғаиләбеҙҙә тик башҡорт телендә генә һөйләшәбеҙ. Мин үҙем “Тәүге тамсылар” драма театрында ҡатнашам. Быйылғы уҡыу йылында “Марат Минһажетдинов - оло талант эйәһе”, “Ирмен тигән ирҙән дан ҡала” (ауылдашыбыҙ, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугире В.С. Сибәғәтов хаҡында) тигән темаларға фәнни эштәр менән сығыш яһаным.
Мәктәбебеҙ данын күтәргән, туған телебеҙҙә бынамын итеп сығыш яһаған, үҙ туған телен - әсә телен юғары бейеклеккә күтәргән бик күп тиҫтерҙәребеҙ нәфис һүҙ оҫталары конкурсында йыл һайын еңеүселәр рәтендә килә.
Милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына арналған республика кимәлендәге конкурста Зарина Ильясова, Мостай Кәрим әҫәрен һөйләү буйынса конкурста Милена Зариповалар еңеүсе, Дарина Зарипова 2-се дәрәжә Диплом, Шамил Кәримов Башҡортсотан легендалары тураһында һөйләү буйынса еңеүсе булдылар.
Эйе, юҡҡа ғынамы: “Тел – милләтте милләт иткән иң мөһим шарт!”- тимәгән шағир Шамил Анаҡ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, тиҫтерҙәрем, милләттәштәр, һәр кемебеҙ үҙ телебеҙҙе үҫтереүҙә, һаҡлауҙа, яҡлауҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек: үҙ телебеҙҙә аралашайыҡ, уҡыйыҡ, яҙайыҡ!
Әҙелина Вәлитова,
Учалы районы Илсе мәктәбе уҡыусыһы.