Мин йәйге көндәремде яратҡан Манышты ауылымда үткәрәм. Буш ятмайым, әсәйемә өй эштәрендә ярҙамлашам, ҡош-ҡорт ҡарашам, баҡсалағы йәшелсә һәм сәскә түтәлдәренә һыу һибергә лә онотмайым. Дуҫтарым менән бергәләп һыу инергә йөрөйөм, төрлө уйындар уйнайбыҙ.
Быйыл еләк-емеш бик уңды, әсәйем менән бергәләп урманға еләккә барғанда еләк кенә түгел, шифалы үләндәр ҙә йыйҙыҡ.
Йәйге каникулым файҙалы һәм күңелле үтә.
Замира СӘЛИМОВА,
2-се синыф уҡыусыһы.
Манышты ауылы, Белорет районы.