+6 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
4 Ноябрь , 12:56

Көҙгө каникулда күңелле һәм фәһемле ял иттем

Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфөгә ҡунаҡҡа барҙым. Мыртыйҙарым менән «Мегаполис»ҡа барып, Пушкин картаһы менән йәнһүрәт ҡараныҡ. Шунда уҡ уйын майҙансығында машина, мотоциклда ярыштыҡ.

Көҙгө каникулда күңелле һәм фәһемле ял иттем
Көҙгө каникулда күңелле һәм фәһемле ял иттем

Икенсе көнөм музейҙар көнө булды. Башкортостан Милли музейында Санкт-Петербургтан килгән «Гости из прошлого» тигән динозаврҙар тураһында күргәҙмә булды. Аксаковтың йорт-музейы бигерәк оҡшаны. Тарихын йөкмәткеле һөйләнеләр, һоҡланырлыҡ, ғорурланырлыҡ шәхес булған икән.
Шулай уҡ Шайморатов һәйкәлен күрҙек. Ундағы QR-кодтан видеоһын да ҡарап булды.
Йома көнө Туҡай урамындағы мәсеткә инеп, вәғәз тыңланыҡ.
“Башҡортостан” концерт залына «Елкән» музыкаль конкурсының финалына барҙыҡ. Уны залдың балконында ултырып ҡараныҡ һәм талантлы балаларҙың ҡыуанысын уртаҡлаштыҡ.
3 ноябрь таңға ер йөҙөн ҡаплап тәүге ҡар яуған. Ул да матур күренеш.

СӨЛӘЙМӘНОВА Элиза,

Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылынан 10-сы синыф  уҡыусыһы.

Көҙгө каникулда күңелле һәм фәһемле ял иттем
Көҙгө каникулда күңелле һәм фәһемле ял иттем
Көҙгө каникулда күңелле һәм фәһемле ял иттем
Көҙгө каникулда күңелле һәм фәһемле ял иттем
Көҙгө каникулда күңелле һәм фәһемле ял иттем
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: