-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
12 Ноябрь , 20:28

Ҡарабаш турғай - етеҙ ҡош

12 ноябрь Ҡарабаш турғайҙар көнө тип билдәләнә. Халыҡ һынамыштары буйынса, тап ошо ваҡытта ҡышлаусы ҡоштар, һыуыҡтар булырын һиҙеп, урмандарҙан кеше торлағына яҡыныраҡ оса һәм кешеләрҙән ярҙам көтә тип уйлағандар. Ҡышлаусы ҡоштарға тағараҡтар эшләп элгәндәр.

Ҡарабаш турғай - етеҙ ҡош,
Ҡарышлауыҡты тетә.
Һәр көн ашаған бөжәге
Үҙ ауырлығына етә.
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусылары Ҡарабаш турғайҙар көнөнә һүрәттәр төшөрҙө, пластилиндан оҫта итеп һындар әүәләп ҡуйҙы. Йомаҡтар ҡойҙо. Ҡышҡылыҡҡа ҡоштарға ярҙам кәрәк булыуы тураһында һөйләште.

Был хәбәрҙе беҙгә синыф етәксеһе Розалия Йәлилова ебәргән.

Ҡарабаш турғай - етеҙ ҡош
Ҡарабаш турғай - етеҙ ҡош
Ҡарабаш турғай - етеҙ ҡош
Ҡарабаш турғай - етеҙ ҡош
Ҡарабаш турғай - етеҙ ҡош
Ҡарабаш турғай - етеҙ ҡош
Ҡарабаш турғай - етеҙ ҡош
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: