Яңы йыл – иң сихри, иң матур, иң серле һәм күңелле байрам! Декабрь башынан барыһы ла тантанаға әҙерләнә башлай: урамдар һәм шыршылар төрлө төҫтәге уттар менән биҙәлә,
магазин витриналарында Яңы йыл гирляндалары ялтлап тора. Әкиәткә эләккәнһең кеүек тойола. Был ваҡытта хатта һауа ла Яңы йыл сихриәте менән һуғарыла.
Беҙ бөтәһе лә яратҡан тылсымлы байрамды түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Өйҙә һәм мәктәптә шыршы байрамы үткәрәбеҙ, балалар менән күңел асабыҙ, Яңы йыл сәхнәләре, балдар һәм кисәләр ойошторабыҙ, һуңынан был байрамды туғандарыбыҙ араһында ҡаршылайбыҙ. Ә унан һуң күптән көтөлгән ҡышҡы каникулыбыҙ башлана.
Ҡышҡы каникулым Солтанморат ауылында олатай-өләсәйҙәрҙә үтә.
Йыл һайын беҙҙең ауылда Муллағәли абый ауылдаштарын ҡыуандыра: әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, йыл символы менән әкиәт ҡаласығы төҙөй. Төрлө төҫтәге гирляндалар менән биҙәй. Балаларға шыуыу өсөн тау ҙа бар.
Беҙ дуҫтарым менән был әкиәттәй урынға барырға, тауҙан шыуырға яратабыҙ.
Олатай менән өләсәйемә өйҙә ярҙам итергә онотмайым…
Каникулым шулай күңелле үтә
РӘХИМОВ Таһир,
йәш хәбәрсе,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы.