Ҡышҡы каникул күңелле үтә. Төрөмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – Рәсимә Фәнәғәт ҡыҙы һәм Дилбәр Айҙар ҡыҙы балалар өсөн "Ҡышҡы уйындар" ойошторҙо.
Һеңлем Зәлиә менән беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ, Сәлих ауылы менән Төрөмбәт ауылы араһы алыҫ ҡына булһа ла, йыбанмай дәртләнеп мәҙәниәт һарайына барҙыҡ. Унда күңелле уйындар уйнап, татлы бүләктәр алып ҡыуандыҡ.
Уйындарҙы ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп ойошторған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәттәр әйтеп, балалар өсөн күңелле сараларҙы йышыраҡ ойоштороуҙарын теләп таралыштыҡ.
ӘСФӘНДИӘРОВА Асия,
Ауырғазы районының
Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһының
4се синыф уҡыусыһы.