Бөгөн беҙ Өфө ҡалаһындағы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында булдыҡ. Беҙгә атайымдың эшенән спектаклгә билеттар бирҙеләр.
Спектакль башланыр алдынан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа әкиәт геройҙары менән шыршы тирәләй йырҙар йырланыҡ, бейенек, уйындар уйнаныҡ. Артабан ғаиләбеҙ менән "Царевна-лебедь" тигән әкиәт ҡараныҡ. Спектаклдән һуң Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу беҙгә бүләктәр бирҙе. Матур әкиәт һәм бүләктәр өсөн Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһына ҙур рәхмәт.
ВӘЛИТОВ Айназ,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының l3-сө синыф уҡыусыһы.