-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
14 Ғинуар , 22:57

Ҡышҡы каникулда

ХАТ-ХӘБӘР Каникулды абзыйым менән ауылда ҡартатай һәм нәнәй янында үткәрергә яратабыҙ. Ауылда беҙгә бик оҡшай. Унда беҙҙең туғандарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ күп.

Ҡышҡы каникулда
Ҡышҡы каникулда

Каникулды абзыйым менән ауылда ҡартатай һәм нәнәй янында үткәрергә яратабыҙ. Ауылда беҙгә бик оҡшай. Унда беҙҙең туғандарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ күп.

Матур көндәрҙә санала шыуҙыҡ, ҡарға батырыш, атаман уйындарын уйнаныҡ.
Ҡартатай менән нәнәйгә лә ҡулдан килгәнсә ярҙам иттек. Һыйырҙарға, һарыҡтарға һыу эсерергә, бесән һалырға ярҙам иттек. Ҡош-ҡортҡа ем бирҙек.
Яратҡан этем Пират менән бесәйем Йондоҙ ҙа бар!
Иң иҫтә ҡалғанын яҙырға онотоп торам! Коньки бүләк итте ҡартатайым, боҙҙа шыуырға өйрәндем.

ҠОТЛОЮЛОВ Ихтияр,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се синыф уҡыусыһы.

Ҡышҡы каникулда
Ҡышҡы каникулда
Ҡышҡы каникулда
Ҡышҡы каникулда
Ҡышҡы каникулда
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас