-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
18 Ғинуар , 13:02

Ғаилә уйындарында ҡатнаштыҡ

ХАТ-ХӘБӘР Ошо көндәрҙә беҙҙең Ғәҙелгәрәй ауылында "Яңы йыл ғаилә уйындары'' район конкурсы үткәрелде. Был ярышта барлығы 14 ғаилә ҡатнашты. Улар араһында беҙҙең ауылдан Ырыҫҡоловтар, Ҡаһармановтар, Иҫәнамановтар ғаиләләре үҙ көстәрен һанап ҡараны.

Ғаилә уйындарында ҡатнаштыҡ
Ғаилә уйындарында ҡатнаштыҡ

Ошо көндәрҙә беҙҙең Ғәҙелгәрәй ауылында "Яңы йыл ғаилә уйындары'' район конкурсы үткәрелде. Был ярышта барлығы 14 ғаилә ҡатнашты. Улар араһында беҙҙең ауылдан Ырыҫҡоловтар, Ҡаһармановтар, Иҫәнамановтар ғаиләләре үҙ көстәрен һанап ҡараны.

 

Ярышты тантаналы асҡандан һуң барыһы ла спорт майҙансығына йыйылды. Майҙансыҡ ҡорт күсенә әүерелде. Һәр ғаилә сослоҡта, етеҙлектә ярышҡанда көйәрмәндәр ҙә ситтә ҡалманы, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп торҙо.

 

Уйында ҡатнашыу бәхете миңә лә тейҙе – әсәйем, атайым һәм мин ярышҡа ҡушылдыҡ. Иң тәүҙә әсәйҙәр йүгерҙе, шунан әсә менән бала, аҙаҡ әсә, бала, атай өсәүләп йүгерҙе.

 

Уйындар бөткәс,  Ғәҙелгәрәй мәктәбенда тәмле сәй менән һыйландыҡ. Минең өсөн был ярышта ҡатнашыу ныҡ шатландырҙы. Башҡа ауылдарҙан килгән тиҫтерҙәремде күреү, улар менән аралашыу бик оҡшаны. Ярышта үҙебеҙгә көс, дәрт алып таралыштыҡ. Ҙур рәхмәт ойоштороусыларға!

 

ЫРЫҪҠОЛОВ Шамил,

Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй мәктәбе 3-сө синыф уҡыусыһы.

Ғаилә уйындарында ҡатнаштыҡ
Ғаилә уйындарында ҡатнаштыҡ
Ғаилә уйындарында ҡатнаштыҡ
Ғаилә уйындарында ҡатнаштыҡ
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас