-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
20 Ғинуар , 11:41

Мин бәхетле

Беҙҙең ғаиләбеҙ тарихы бынан 11 йыл элек башланған. Алтын көҙҙөң йәмле бер көнөндә атайым һәм әсәйем гөрләтеп туй яһай. Иң тәүҙә мин – оло улдары Айназ, шунан туғандарым Ирназар менән Ихсан донъяға килә. Шулай итеп, мөхәббәт, йылылыҡ һәм хәстәрлек менән тулы ҙур ғаиләбеҙ барлыҡҡа килә.

Мин бәхетле
Мин бәхетле

Әлеге көндә беҙ Талбазы ауылында йәшәйбеҙ.

Атайым район мәҙәниәт һарайында режиссер булып, әсәйем стоматология клиникаһында администратор булып эшләй. Беҙ Ирназар туғаным менән Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында уҡыйбыҙ, Ихсан туғаныбыҙ балалар баҡсаһына йөрөй.

Беҙ уҡыуҙан буш ваҡытта төрлө түңәрәктәрҙә йөрөйбөҙ, бигерәк тә ҡурай, футбол, көрәш секциялары бик оҡшай.
Ял көндәребеҙҙе беҙ тыуған ауылыбыҙ Мораҙымда уҙғарабыҙ, йәй көнө ишек алдында рәхәтләнеп футбол уйнайбыҙ, ҡыш көндө ҡар һындар яһайбыҙ, тауҙан шыуабыҙ.

Беҙҙең ғаиләбеҙ бик татыу һәм берҙәм. Мин ғаиләбеҙҙе бик яратам һәм үҙемде бик бәхетле тип һанайым.


ВӘЛИТОВ Айназ,

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге

Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө синыф уҡыусыһы.

***

2026 йыл Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас