Күңелле ҡышҡы каникулдан һуң иң оҙон һәм яуаплы өсөнсө сиректе башлап ебәрҙек. Уҡыу аҙнаһының беренсе шәмбеһендә районыбыҙҙа "Фәнгә аҙым" ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.
Беҙ, дүртенсе синыф уҡыусылары, конференцияла йыл да әүҙем ҡатнашабыҙ. Декабрь айында гимназиябыҙҙа үткән тәүге этапта ҡатнашып, каникулда икенсе этапҡа әҙерләндек.
Быйыл гимназияла һәм районда иң әүҙеме беҙҙең синыф булды, тип шатланып һәм ғорурланып әйтәм. Ете уҡыусы 5 фәнни эш менән ҡатнашты.
- Синыфташтарым Ғималдинов Айхан һәм Шәфиева Азалия, "Халыҡ бейеүҙәре" темаһы менән уңышлы сығыш яһап, башланғыс синыфтар йүнәлешендә 2-се урын алдылар.
- Мин, Аҙнабаева Әҙилә "Иле барҙың теле бар" темаһы менән башҡорт теле йүнәлешендә 1-се урын алып ҡыуандым.
- Ҡурайсы малайҙарыбыҙ Әхмәтйәнов Реналь һәм Тәминдәров Илмир тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү йүнәлешендә рәхмәт хаты алды.
- Олатаһы тураһында эҙләнеү эше башҡарып Хәсәнов Илдар ҙа рәхмәт хатына лайыҡ булды.
- Синыфыбыҙҙа инглиз телен иң яҡшы белгән ҡыҙыбыҙ Йәлилова Әмирә инглиз теле йүнәлешендә рәхмәт хаты алды.
Ошондай ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашырға әйҙәп торған уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт! Киләсәктә лә һынатмабыҙ! "Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан!" Киләсәктә лә тырышлыҡ емештәрен күрергә яҙһын.
АҘНАБАЕВА Әҙилә,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы.