ХАТ-ХӘБӘР
Беҙ февраль айының матур бер көнөнә һылтанып синыф менән хозур тәбиғәтле тыуған ауылыбыҙ тирәһенә саңғыла шыуырға сыҡтыҡ. Һалҡын шишмә һыуын тәмләнек, шаярып, ҡыуанып ҡайттыҡ.
Үҫеп, ҙурайып бөтһәк тә, ҡыйыу етеҙ булһаҡ та, беҙҙе синыф етәксебез Фәрзәнә Хәмитйән ҡыҙы ҡурсалап ҡына йөрөттө.
Саф һауала ял итеү бик күңелле булды.
СӨЛӘЙМӘНОВА Элиза,
10-сы синыф уҡыусыһы.
Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылы.