-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
15 Февраль , 19:46

Шатлығым менән уртаҡлашам

Шәмбе көнө уҡытыусыбыҙ Розалия Әхмәт ҡыҙы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһында "Кейекбаев уҡыуҙары"нда ҡатнашып, илһамланып ҡайттыҡ. Бик оҡшаны.

Шатлығым менән уртаҡлашам
Шатлығым менән уртаҡлашам

Шәмбе көнө уҡытыусыбыҙ Розалия Әхмәт ҡыҙы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһында "Кейекбаев уҡыуҙары"нда ҡатнашып, илһамланып ҡайттыҡ. Бик оҡшаны.

"Теле барҙың иле бар" тигән эҙләнеү эше менән сығыш яһаным. Минән өлкән апай-ағайҙарҙың сығыштары ла оҡшаны. Һөҙөмтәләр буйынса 9-сы синыфта уҡыған ағайҙан ҡалышып 2-се дәрәжә дипломы менән бүләкләндем.
Шулай уҡ гимназиябыҙҙан Ғизәтуллина Карина һәм Сафина Сабина апайҙар ижади эштәре менән 3-сө дәрәжә дипломдары менән бүләкләнде.
Тағы ла бер шатлыҡлы яңылығым менән уртаҡлашҡым килә.
Конференцияла билдәле виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ағай ҙа ҡатнашты. Уның сығышын иҫем китеп ҡараным. Үҙем дә аҙыраҡ ҡумыҙҙа уйнай беләм, тик әлегә ҡумыҙым юҡ ине.
"Кейебаев уҡыуҙары" мине ҡумыҙлы ла итте! Атайым яҡшы итеп сығыш яһағаным өсөн ҡумыҙ бүләк итте. Шатлығымдың сиге юҡ!
Бына шулай Туған телдәр көнөнә икеләтә бүләкле булдым!


АҘНАБАЕВА Әҙилә,

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге

Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы.

Шатлығым менән уртаҡлашам
Шатлығым менән уртаҡлашам
Шатлығым менән уртаҡлашам
Шатлығым менән уртаҡлашам
Шатлығым менән уртаҡлашам
Шатлығым менән уртаҡлашам
Шатлығым менән уртаҡлашам
Шатлығым менән уртаҡлашам
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас