Ҡулымда – яугир әсәһе, мөғәллимә, әсәйемдең уҡытыусыһы, ауылдаш шағирә Минира Бикәнәсованың "Юлдаш" нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан "Фатихамды бирәм, балам" тигән яңы китабы.
Был китапта Минира Винер ҡыҙының һуңғы йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, хикәйәләре урын алған. Китапты шағирә әлеге көндә МХО биләмәһендә хеҙмәт иткән улы – Айгиз Урал улына, яугир егеттәргә, яу ҡырынан ғәзиз улдарын көткән әсәләргә бағышлай һәм шиғри юлдар менән мөрәжәғәт итә:
Ил яҙмышы ҡушҡан юлдан
Атлай беҙҙең уландар,
Хызыр Ильяс юлдаш булһын,
Имен, хаҡ – барыр юлдар...
Минира Винер ҡыҙының ижадҡа һөйөүе элекке "Башҡортостан пионеры" гәзитенән башлана, уның тәүге мәҡәләләре 3-сө синыфта уҡығанда гәзит биттәрендә баҫылып сыға.
Мәктәп тормошонда, комсомол эштәрендә әүҙем ҡатнаша, мәҡәләләрендә лә ошо темаларҙы яҡтырта.
6-сы синыфта уҡығанда шағирә әүҙем хәбәрсе булараҡ Бөтә Союз пионер лагеры "Артек"ка юллама менән бүләкләнә.
Рәхмәтлемен атай-әсәйемә,
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбанан башлап фәнгә тиклем
Саф башҡортса алдым ғилемде...
Әлбиттә, яңы китап исем туйһыҙ булмай. Бер аҙна элек кенә шағирәнең ижадын яратыусылар – дуҫтары, яҡындары, уҡыусылары, яҙыусылар Төрөмбәт мәҙәниәт йортона шағирәне ҡотларға йыйылды. Сара Минира Винер ҡыҙының шиғырҙары, йырҙары менән, ижадташ дуҫтарының хәтирәләре менән үрелеп барҙы. Шағирәгә артабан да ижади уңыштар, улының яу яланынан имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләнеләр...
ӘСФӘНДИӘРОВА Асия,
Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы.