+9 °С
Дождь
Хат-хәбәр
6 Марта , 07:14

Матурлыҡҡа ғашиҡ әсәйем

ХАТ-ХӘБӘР Әсәйем Инира Мәжит ҡыҙы – ябай ауыл ҡыҙы. Һәр гүзәл зат кеүек, матурлыҡҡа ғашиҡ кеше.

Матурлыҡҡа ғашиҡ әсәйемМатурлыҡҡа ғашиҡ әсәйем
Матурлыҡҡа ғашиҡ әсәйем

Әсәйем Инира Мәжит ҡыҙы – ябай ауыл ҡыҙы. Һәр гүзәл зат кеүек, матурлыҡҡа ғашиҡ кеше.

Әсәйем бешеренергә, бәйләргә ярата. Беҙҙең ҡайтҡанды тәмлекәстәрен бешереп көтөп тора.

Ул мине туҡмас ҡырҡырға, ҡоймаҡ ҡойорға, бәлеш һәм башҡа тәмлекәстәр бешерергә өйрәтә. Заказға тәмле бәлештәр, гөбәҙиә бешерә, үҙенең клиенттары ла бар.

Һуңғы йылдарҙа әсәйем милли биҙәүестәр менән дә ҡыҙыҡһына башланы, уларҙы үҙ аллы эшләп өйрәнде. Хәҙер инде заказға алҡа, сулпы, этник заколка, беләҙек, маңлайса, түшелдеректәр эшләй. Әсәйемдең эштәре бик матур килеп сыға, үҙенең оҫта ҡулдары менән хасил иткән һәр нәмәгә һөйөнөп баға...

Әсәйемдең яратҡан шөғөлдәре күп төрлө булғанына мин дә ҡыуанам. Әсәйемә уңыштар, һаулыҡ, оҙон ғүмер  теләп ҡалам.


ӘСФӘНДИӘРОВА Асия,

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы.

Матурлыҡҡа ғашиҡ әсәйем
Матурлыҡҡа ғашиҡ әсәйем
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас