Баймаҡ районы Түбә мәктәбенең 4-се синыф уҡыусылары "Йәш армия" сафында тора. Улар илһөйәрлекте, патриотик тойғоларҙы үҫтереү сараларында әүҙем ҡатнаша.
Араларында Юлиә исемле уҡыусым үҙенең донъяға нескә, үҙенсәлекле ҡарашы менән айырылып тора. Ул бигерәк матур һүрәттәр төшөрә. "Бер көнөм дә һүрәт төшөрмәй үтмәй!" – тип яуаплай беҙҙең буласаҡ рәссам.
Юлиә! Тәбиғәт биргән һәләтеңде үҫтереп, донъяға билдәле шәхес булырға насип итһен.
Гөлдәр ХӘЛФИНА,
синыф етәксеһе.