

Бөгөн беҙҙең мәктәпкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре килде.
Төрлө темаға әңгәмәләштек. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән илебеҙҙе һаҡлайбыҙ тип фронтҡа киткән яугирҙәр исемлегендә оло олатайымдың исем-шәрифен уҡыным. Ул яу яланында ятып ҡалған, Харьков өлкәһендә ерләнгән.
Минең уй-хыялым – шул яҡҡа барып, ҡәберлекте күреү.
СӨЛӘЙМӘНОВА Элиза,
Ейәнсура районы Башҡорт Үргене мәктәбе уҡыусыһы.