

Яҙ етеүен мин түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Ни өсөнмө? Сөнки тәбиғәт уяна, ер йәшеллеккә төрөнә. Тағын да бик күп файҙалы үләндәр менән ризыҡланып, витаминдар алаһың.
Яҙ көнө мин ҡайын һыуы йыйырға ла яратам. Бына миҙгеле лә етте. Минең йәшәгән ерҙә ҡайындар бик күп үҫә. Шуға ла көн һайын барып, ҡайын һыуы алып ҡайтам.
Башта дәрескә китмәҫ элек һауыт ҡуйып китәм. Ҡайтыуыма апаруҡ әҙер була. Ҡайын ағасы зарарланмаҫлыҡ итеп тишеп, төрөпкә ҡуям. Ағып бөткән урынын һуңынан пластилин менән ямайым. Улай эшләмәһәң, ағастың ҡороуы ихтимал.
Ҡайын һыуы шундай тәмле! Интернеттан уҡып, файҙалы яҡтары күп икәнен белдем. Организм өсөн витаминдары күп. Туғандарымды ла шифалы һыу менән һыйлайым. Ғаиләбеҙ менән мунсанан һуң ҡайын һыуын эсеп кинәнәбеҙ. Һыуытҡысҡа һалып, туңдырып та һаҡлайбыҙ.
ҒӘЛИУЛЛИН Рәхимйән,
Белорет районы Шығай мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы.