

Өфөнөң 263-сө балалар баҡсаһында 4-се “Бал ҡорто” өлкән төркөмөндә ата-әсәләр менән балалар өсөн түшелдерек тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙек.
Башҡорт милли кейеме көнөнә арналған сарала ҡатнашыусылар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион аксессуарын, тәҡдим ителгән өлгөләр буйынса ҡырҡып, үҙ ҡулдары менән эшләне, матур биҙәктәр менән биҙәне.
Ыңғайында түшелдеректең тарихын, әһәмиәтен, биҙәктәрҙең нимә аңлатыуын һөйләнек.
Руфина ҒӘЛИЕВА, Ғәли ҒӘЛИУЛЛИНА,
тәрбиәселәр.