+8 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Хат-хәбәр
18 Апреля , 08:57

ХАТ-ХӘБӘР. Үткәндәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйбеҙ

Түбә урта мәктәбенең "Йәш әрмеселәр" синыфы уҡыусылары ауылыбыҙға нигеҙ һалған шахтёрҙар һәм таусыларға бағышланған стела эргәһен тырматып, ҡыйын һепереп, йыйыштырып  ҡуйҙы.

ХАТ-ХӘБӘР. Үткәндәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйбеҙХАТ-ХӘБӘР. Үткәндәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйбеҙ
ХАТ-ХӘБӘР. Үткәндәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйбеҙ

Түбә урта мәктәбенең "Йәш әрмеселәр" синыфы уҡыусылары ауылыбыҙға нигеҙ һалған шахтёрҙар һәм таусыларға бағышланған стела эргәһен тырматып, ҡыйын һепереп, йыйыштырып  ҡуйҙы.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тап беҙҙең шахтала ғына ла 30 тонна алтын табылған. Ә Ибраһим Камаловтың командаһы И. В. Сталиндың үҙенә 1 кг алтын йыйып оҙатҡан. Мәктәп музейында Сталиндан килгән яуап телеграммаһының фотокүсермәһе һаҡлана.

Ваҡытында алтын табыусыларҙы төйәк иткән ауылда элек завод һәм фабрика ла эшләгән. Әлеге мәлдә фотоларҙы ҡарап ҡына иҫләйһе инде.

Уҡыусыларҙа тарихҡа, хеҙмәткә, илгә һәм тыуған яҡҡа һөйөү тойғолары уятыу – беҙҙең төп бурыс. "Үткәнде белмәй киләсәк ҡоролмай" тип бушҡа әйтмәйҙәр бит.

Гөлдәр ХӘЛФИНА,

мәктәп директорының тәрбиәүи эш буйынса кәңәшсеһе.

ХАТ-ХӘБӘР. Үткәндәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйбеҙ
ХАТ-ХӘБӘР. Үткәндәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйбеҙ
ХАТ-ХӘБӘР. Үткәндәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйбеҙ
ХАТ-ХӘБӘР. Үткәндәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйбеҙ
ХАТ-ХӘБӘР. Үткәндәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйбеҙ
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас