+8 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Хат-хәбәр
18 Апреля , 08:30

ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте

11–12 апрелдә «Башҡортостан» милли паркында 13 йәштән өлкән мәктәп уҡыусылары өсөн «Ҡурсаулыҡ  резервы» конкурсының көндөҙгө финалы үтте.

ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үттеХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте
ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте

1112 апрелдә «Башҡортостан» милли паркында 13 йәштән өлкән мәктәп уҡыусылары өсөн «Ҡурсаулыҡ  резервы» конкурсының көндөҙгө финалы үтте.

«Альтаир» өҫтәлмә белем биреү үҙәгендә «Йәшел усаҡтар» түңәрәге ағзалары, гимназиябыҙҙың 8-се Шайморатов синыфы ҡыҙҙары Вәлитова Нәркәс, Липова Дарина, Ғәлиева Әлиә, 7-се синыф уҡыусыһы Әхмәтйәнов Илдан һәм мин, тест һорауҙарына дөрөҫ яуап биреп, финалға сыҡтыҡ һәм ҡурсаулыҡҡа саҡырыу алдыҡ.
Финал  Мәләүез районы Нөгөш ауылындағы «Башҡортостан» милли паркы визит-үҙәгендә үтте.
Беҙ, төрлө ҡалаларҙан килгән балалар, милли паркта ҡурсаулыҡ һөнәрҙәре менән яҡындан танышыу өсөн осраштыҡ. Мауыҡтырғыс экскурсиялар, йөкмәткеле сараларҙан кәрәкле мәғлүмәт тупланыҡ. Төштән һуң Йомағужа һыуһаҡлағысына «Ҡарлуғас ояһы» күҙәтеү майҙансығына экскурсия ойошторолдо. Һоҡланғыс тәбиғәт, саф һауа, яҙҙың тәүге сәскәләре...
Иҫ киткес матурлыҡ!
Бөтә финалсылар ҙа дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
Ойоштороусыларға һәм етәкселәребеҙ Мәҡсүтов Илнур Ризат улына һәм Юнысова Римма Илдус ҡыҙына ата-әсәйҙәребеҙ һәм үҙебеҙҙең исемдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

ҒИЗӘТУЛЛИНА Карина,

йәш хәбәрсе, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 8-се Шайморатов синыфы уҡыусыһы.

ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте
ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте
ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте
ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте
ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте
ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте
ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте
ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте
ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте
ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте
ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте
ХАТ-ХӘБӘР. Ял көндәребеҙ күңелле үтте
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас