+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Хат-хәбәр
24 Апреля , 07:23

ХАТ-ХӘБӘР. Тоғро дуҫ

Ошо донъяла һәр кешенең яратҡан тоғро дуҫы бар. Ул – йә кешеләр, йә йорт хайуандары йәки экзотик йәнлектәр.  

ХАТ-ХӘБӘР. Тоғро дуҫХАТ-ХӘБӘР. Тоғро дуҫ
ХАТ-ХӘБӘР. Тоғро дуҫ

Ошо донъяла һәр кешенең яратҡан тоғро дуҫы бар. Ул – йә кешеләр, йә йорт хайуандары йәки экзотик йәнлектәр.

Минең тоғро дуҫым – этем Аҡтүш. Уны миңә атайым алып ҡайтып  бирҙе.

Аҡтүш – бик бәләкәй тоҡомло эт. Йөндәре һары, күҙҙәре ут ялҡыны кеүек янып тора. Ул бик ныҡ шаярырға ярата. Ике аяғында бейей ҙә.

Кистәрен әсәйемдең  һыйыр һауғанын көтөп кенә тора.  Йылы һөттө яратып эсә.

Мин тоғро дуҫымды бик ныҡ яратам.

Нәркәс ШАКИРОВА,

Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатының 5-се “Б” синыфы уҡыусыһы

ХАТ-ХӘБӘР. Тоғро дуҫ
ХАТ-ХӘБӘР. Тоғро дуҫ
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас