+10 °С
Дождь
Хат-хәбәр
25 Апреля , 08:21

ХАТ-ХӘБӘР. Ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәнәм

Ҡурай –  башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. Ул бик үҙенсәлекле. Ябай ғына көпшәнән яһалһа ла, моңло һәм киң диапазонлы.

ХАТ-ХӘБӘР. Ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәнәмХАТ-ХӘБӘР. Ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәнәм
ХАТ-ХӘБӘР. Ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәнәм

Ҡурай –  башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. Ул бик үҙенсәлекле. Ябай ғына көпшәнән яһалһа ла, моңло һәм киң диапазонлы.

Борондан  башҡорттар ҡурайҙы үҫемлектән яһаған. Был үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Әлеге ваҡытта ҡурайҙы пластиктан, ағас шпондан, хатта тимерҙән эшләйҙәр.

Миңә ҡурай бик оҡшай. Әлеге ваҡытта мин Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбенә ҡурай дәресенә йөрөйөм. Ҡурай уйнау серҙәренә беҙҙе үҙ эшенең оҫтаһы Фәим Салауат улы Ғайсин өйрәтә. “Дуҫлыҡ” өлгөлө ҡурайсылар ансамбле – районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы.
Мәңге йәшәһен ҡурай!

ВӘЛИТОВ Айназ,

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө синыф уҡыусыһы.

 

ХАТ-ХӘБӘР. Ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәнәм
ХАТ-ХӘБӘР. Ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәнәм
ХАТ-ХӘБӘР. Ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәнәм
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас