

Баймаҡ районының Түбә ауылында ишле Үтәбаевтар ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә. Сыңғыҙ, Нәзилә, Азалия, Йәсмин һәм Ғәзинур һәр береһе йыр-бейеүгә маһир. Ауылыбыҙҙа үткән сараларға улар ихлас күңел менән ҡушыла.
Йәсмин 4-се синыфта – “Йәш армия” синыфында – уҡый. Рус әҙәбиәтен, математиканы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҙ итә. Отҡор ҡыҙ уҡыу йылы дауамында спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Үҙе оҫта итеп башҡорт бейеүҙәрен башҡара. Мәктәптә үткән өмәләрҙән дә ситтә ҡалмай уҡыусым.
Заманса ҡарашлы, эшһөйәр, илһөйәр, сая Йәсминде тик яҡты киләсәк көтә.
Гөлдәр ХӘЛФИНА,
Түбә мәктәбенең тәрбиәүи эш буйынса директор кәңәшсеһе.