

24 апрелдә Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында XIV «Фәнгә тәүге аҙымдар» республика башланғыс синыф уҡыусыларының ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Конференцияға етди әҙерләндек. Уҡыу йылы башынан уҡ үҙебеҙгә оҡшаған теманы һайланыҡ. Эҙләнеү эшен синыфташым, бер бейеү ансамблендә шөғөлләнгән Азалия Шәфиева менән эшләргә кәрәк, тип уҡытыусыбыҙ Розалия Әхмәт ҡыҙы тәҡдим иткәс, ихлас ризалаштыҡ.
"Шатлыҡ" өлгөлө хореографик ансамбле етәксеһе Альбина Хәким ҡыҙы менән практик өлөшөнә башҡорт, рус, татар бейеүҙәренән поппури эшләнек.
Эҙләнеү эше бик мауыҡтырғыс булды, репетициялар, анкеталар уҙғарыу, төрлө конференцияларҙа сығыш яһау үҙебеҙҙә ышаныс уятты, ҡанаттар ҡуйҙы.
Бигерәк тә күмәкләп эшләгән эштең һөҙөмтәһен күреү шатлыҡлы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 3-сө дәрәжә диплом менән ҡайттыҡ.
Уҡытыусыларыбыҙға, ата-әсәйҙәребеҙгә беҙҙе дәртләндереп, алға әйҙәп торғандарына ҙур рәхмәт.
ҒИМАЛДИНОВ Айхан,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы.