

Күптән көткән йәйге каникул етте. Йәйҙең тәүге көнөндә Балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Төрөмбәт мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Айнур һәм Рәсимә Сәйфетдиновтар тарафынан әҙерләнгән байрам быйыл да тәбиғәт ҡосағында, йәмле Өршәк йылғаһы буйында үтте.
Байрамға ауыл балалары менән бергә олатай-өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең дә булыуы бик ҡыуаныслы ине.
Тәбиғәт ҡосағында беҙ ,,Аҡ тирәк-күк тирәк", ,,Йәшерәм яулыҡ ", ,,Йөҙөк һалыш" уйындары уйнаныҡ. Уйындарҙан һуң әсәйҙәр һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән тәмлекәстәр менән һыйландыҡ.
Әлбиттә, байрам булғас, бүләкһеҙ ҙә булмай, әсәйем Инира Мәжит ҡыҙы байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен теләп, һәр беребеҙгә алдан әҙерләгән бүләктәрен таратып сыҡты.
Киләсәктә тағын да уйындар уйнап, тәбиғәт ҡосағында ял итергә һөйләшеп таралыштыҡ.
ӘСФӘНДИӘРОВА Асия,
Ауырғазы районы Сәлих ауылы.