+13 °С
Облачно
Хат-хәбәр
6 Июня , 07:56

ХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ

Бына уҡыу йылы ла тамамланды. Дүртенсе синыф бигерәк тиҙ үтеп китте. Уҡыу йылы барышында төрлө сараларҙа әүҙем булдыҡ. Уҡыуҙа ла һынатманыҡ.

ХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ

Бына уҡыу йылы ла тамамланды. Дүртенсе синыф бигерәк тиҙ үтеп китте. Уҡыу йылы барышында төрлө сараларҙа әүҙем булдыҡ. Уҡыуҙа ла һынатманыҡ.

Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа район, республика кимәлендә еңеүсе һәм призерҙар булып ҡыуандыҡ. Беҙҙең синыфта дуҫ, татыу, тырыш, уңған 22 уҡыусы белем ала. "Һәр яҡлап өлгөрҙәр",  – тип яратып маҡтай беҙҙе синыф етәксебеҙ Розалия Әхмәт ҡыҙы Йәлилова.
Уҡытыусыбыҙҙы, ата-әсәйҙәребеҙҙе һәр саҡ уңыштарыбыҙ менән шатландырып ҡына торорға тырыштыҡ.

Уҡыу йылы тиҙ генә үтеп, башланғыс мәктәп менән хушлашыр ваҡыт  етте. Байрамды матур итеп уҙғарҙыҡ.

Башланғыс  мәктәпте яҡшы тамамлаған өсөн атай-әсәйҙәребеҙ беҙгә Өфө ҡалаһына сәйәхәт бүләк итте. Рәхмәт инде уларға. Көнө буйы синыф менән баш ҡалабыҙҙың сағыу урындарында булдыҡ, мәғлүмәт тупланыҡ, рәхәтләнеп ял иттек.
Бына шулай яҡшы кәйефтә йәйге каникулға таралыштыҡ.


АҘНАБАЕВА Әҙилә,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы.

ХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас