

Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районында Аллабирҙе тигән башҡорт ауылы бар. Мәктәбендә башҡорт теле уҡытыла. Беҙгә мәктәптән яҙалар:
Күптән түгел башҡорт теле уҡытыусыһы Сания Сәйет ҡыҙы Күҙбаева“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсын ойошторҙо. Ярышта 7 уҡыусы ҡатнашты.
Һәр сығыш тамырҙарыбыҙға иғтибар иттерҙе, эпос образдарын асты, боронғо юлдарҙың ҡеүәтен һәм аҡылын тыңлаусыларға еткерҙе.
Мәктәбебеҙҙә бына ошондай онотолмаҫ байрам үтте.
Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбе уҡыусылары.
Видео, фото: Аллабирҙе мәктәбе / ВК.

