

Роберт ағай 1998 йылда әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Төньяҡ Кавказдағы һуғыш хәрәкәтендә ҡатнаша һәм яралана.
2015 йылда хәрби хеҙмәткә контракт төҙөй. 2022 йылдың 5 ғинуарында Донбасты һаҡлау буйынса хәрби махсус операцияла ҡатнашыу өсөн ебәрелә. Күп батырлыҡ күрһәтә. Үҙен һәр яҡтан яҡшы, сос, ҡыйыу күрһәткән өсөн "Батырлыҡ" ордены менән һәм миҙалы менән бүләкләнә.
Роберт ағай яуҙа күптәрен ҡотҡарған. Гел: "Үҙең үлһәң — үл, әммә иптәшеңде ҡотҡар", — тиер булған. Ләкин үҙен генә һаҡлай алмай, 2022 йылдың 19 сентябрендә яуҙа һәләк була.
Роберт ағай намыҫлы кеше ине. Ватаны, туғандары, балалары, бөгөн һәм киләсәктә тыныс тормош өсөн яуҙа башын һалды.
Роберт Әмәкәсовтың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, ул уҡыған мәктәптең бинаһына таҡтаташ ҡуйылған.
Беҙ уны бер ҡасан да онотмабыҙ!
Сөмбөл Әмәкәсова,
Көйөргәҙе районының Керәүле-Илюшкин мәктәбе уҡыусыһы