+13 °С
Облачно
Хат-хәбәр
27 Июня , 08:44

ХАТ-ХӘБӘР. Фольклориадала ҡатнаштыҡ

23–27 июндә Өфөлә  үткән lll Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1000-дән ашыу бала ҡатнашты. Фольклориадала беҙ ҙә сығыш яһаныҡ.

ХАТ-ХӘБӘР. Фольклориадала ҡатнаштыҡХАТ-ХӘБӘР. Фольклориадала ҡатнаштыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Фольклориадала ҡатнаштыҡ

23–27 июндә Өфөлә  үткән lll Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1000-дән ашыу бала ҡатнашты. Фольклориадала беҙ ҙә сығыш яһаныҡ.

Беҙҙең «Дуҫлыҡ» ҡурайсылар ансамбле 25 июндә Иван Якутов исемендәге паркта үткән концертта ҡатнашты. Уҡытыусыбыҙ Ғайсин Фәим Салауат улы етәкселегендә беҙ Ауырғазы районын лайыҡлы күрһәттек.

Ул көндө ҡалалағы дүрт майҙансыҡта концерттар, оҫталыҡ дәрестәре, уйындар һәм күргәҙмәләр барҙы. Иң иҫтә ҡалғаны — ҙур әйлән-бәйлән.

Концерттағы сығыштар Рәсәй халыҡтарының бай мәҙәниәтен күрһәтте. Ойоштороусыларға һәм уҡытыусыбыҙға ҙур рәхмәт!

РӘХИМОВ Таһир,

йәш хәбәрсе, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы.

ХАТ-ХӘБӘР. Фольклориадала ҡатнаштыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Фольклориадала ҡатнаштыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Фольклориадала ҡатнаштыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Фольклориадала ҡатнаштыҡ
ХАТ-ХӘБӘР. Фольклориадала ҡатнаштыҡ
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас