+13 °С
Облачно
Хат-хәбәр
27 Июня , 09:00

ХАТ-ХӘБӘР. Вилдан ағайҙың кәңәштәре

Йәштәр көнө уңайынан Баймаҡ районының Түбә мәктәбе "Ҡояшҡай" лагерында ял итеүселәр ауылыбыҙҙың әүҙем йәштәре менән осрашыу үткәрҙе.

ХАТ-ХӘБӘР. Вилдан ағайҙың кәңәштәреХАТ-ХӘБӘР. Вилдан ағайҙың кәңәштәре
ХАТ-ХӘБӘР. Вилдан ағайҙың кәңәштәре

Йәштәр көнө уңайынан Баймаҡ районының Түбә мәктәбе "Ҡояшҡай" лагерында ял итеүселәр ауылыбыҙҙың әүҙем йәштәре менән осрашыу үткәрҙе.


Сараға Вилдан Яманғолов саҡырылды.  Ул саҡырыуҙы ихлас ҡабул итте.
Вилдан ағай, беҙҙең мәктәпте тамамлағас, ашнаҡсы  һөнәрен үҙләштергән. Әлеге мәлдә вахта ысулы менән эшләй. Ат яратыуы уны спортҡа ла алып килә.


Осрашыуҙа Вилдан ағай: "Ялҡын ҡушаматлы атым менән ауҙарышта ҡатнашып, еңеүҙәр яуланым", – тине. Ул Дағстан һәм Татарстан республикаларында үткән был уйында чемпионлыҡ һәм 2-се урын яулауға өлгәшкән. Төрлө өлкәләрҙә, райондарҙа булған ярыштарҙа ла ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора ул.


Татарстанда еңеүсе булғандан һуң, республика Башлығы, Вилдан ағайҙың ҡулын ҡыҫып, уға Башҡортостан флагын бүләк иткән.


Ауылдашыбыҙҙың еңеүҙәре менән ғорурланабыҙ. Уға алдағы ярыштарҙа еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.


Сара аҙағында Вилдан ағай: "Һәр ваҡыт алға ынтылып, матур киләсәккә пландар ҡороп йәшәргә кәрәк", – тигән кәңәш бирҙе беҙгә.

ХӘЛФИНА Гөлназ,

Түбә мәктәбенең Беренселәр Хәрәкәте әүҙемсеһе.

ХАТ-ХӘБӘР. Вилдан ағайҙың кәңәштәре
ХАТ-ХӘБӘР. Вилдан ағайҙың кәңәштәре
ХАТ-ХӘБӘР. Вилдан ағайҙың кәңәштәре
ХАТ-ХӘБӘР. Вилдан ағайҙың кәңәштәре
ХАТ-ХӘБӘР. Вилдан ағайҙың кәңәштәре
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас