

Балаларыбыҙ “Аманат”ты яратып уҡыйҙар. Өфөнән Ейәнсураға ҡайтырға сыҡҡанда ике йәшлек Наҙгөл ҡыҙыбыҙ журналһыҙ сыҡмай. Уңайлы итеп ултырып ала ла рәхәтләнеп яйлап ҡарап сыға. Бирелеп китеп текләй, төртөп күрһәтеп, беҙгә нимәләрҙер һөйләй.
Урал, Азамат ағайҙары дүрт йәшендә уҡырға өйрәнгәйнеләр. Оҙаҡламай Наҙгөл дә "Аманат" журналын рәхәтләнеп уҡыр!
Өфөнән Хәлитовтар ғаиләһе.