+6 °С
Ясна
Хат-хәбәр
14 Июль , 04:45

Ижади экомода

Илеш районының үҙәге Үрге Йәркәйҙә ижади экомода конкурсы үтте. Унда бәйгеселәр ҡағыҙҙы, ҡаптарҙы, пластиктан эшләнгән әйберҙәрҙе ҡабаттан ҡулланырға мөмкин булыуын күрһәтте һәм иҫбатланы. Был сара тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙы һәм полигондарҙың һанын кәметеүгә булышлыҡ итә.

Ижади экомодаИжади экомода
Ижади экомода

Ҡатнашыусылар үҙҙәренең фантазияһын да күрһәтте: кемдәрҙер гәзиттән күлдәк текһә, икенселәр пластик тәрилкәләрҙән, сүп-сар ҡапсыҡтарынан кәрәкле нәмәләр эшләгән.
Һеңлемде уҡытыусы Г. Х. Мәрҙәмшина конкурс­ка саҡырғас, ул һөт ҡапсыҡтарына икенсе ғүмер бүләк итергә булды. Уның өсөн улар әсәйем һәм өләсәйем менән бергә тәүҙә бер нисә һөт ҡапсығын бергә тегеп ҡуйҙы. Артабан, үлсәүҙәр алып, плащ тектеләр. Был материал дым үткәрмәй, ямғырлы көндәрҙә бик ҡулай.
Йәнә лә ямғырлы көндә аяҡ кейемен дымландырмаҫ өсөн япма, аяҡ кейеме тектеләр. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек өсөн һыу үткәрмәй торған сумка ла тегелеп, иҫке ҡулсатыр ҙа яңыртылды (һүрәттә).
Һеңлем беренсе урын яуланы. Мин уның менән ғорурланам. Уны был уңышы менән ысын күңелдән ҡотлайым һәм артабан да уңыштар теләйем.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлағыҙ! Ҡайтанан эшкәртеү тирә-яҡ мөхитте таҙартып ҡына ҡалмай, тәбиғи байлыҡтарҙы ла һаҡлай.

Азалия Фаздалова.

Автор:
Читайте нас