

Һәр ай үҙенсә матур. Бына июлдең икенсе яртыһына ла аяҡ баҫтыҡ, йәйге каникулыбыҙҙың икенсе айы. Көндәр ямғырлы булһа ла, яҡты ҡояш бошонорға ирек бирмәне. Ял да иттеҡ, эшләнек тә, яҡын араларға сәйәхәт тә ҡылдыҡ.
Июль айын бәрәкәт айы тип атайҙар. Еләктәр, йәшелсә-емештәр өлгөрә, игендәр тулыша, мәтрүшкәләр йыябыҙ, ҡышҡылыҡҡа витаминдар әҙерләп, һыуытҡыста еләк-емеш туңдырабыҙ.
Көндәр хәҙер яйлап ҡыҫкара башланы, ара-тирә болонда еләк япраҡтары ҡыҙара, ҡоштар тауышы бер аҙ моңһоуыраҡ ишетелә, ҡайһы бер сәскәләрҙең таждары ҡойола. Тәбиғәт әкрен генә йәйҙе оҙатырға, һуңғы йәй айын ҡаршыларға әҙерләнә.
ҒИЛМАНОВА Рушана,
Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатының 8-се “Б” синыфы уҡыусыһы.
***
“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb