+6 °С
Ясна
Хат-хәбәр
21 Июль , 04:25

Оло йөрәкле атайым

Ғаиләлә иң бәләкәс ҡыҙ булғанғамы, атайым мине иркәләп, наҙлап ҡына үҫтерә.

Оло йөрәкле атайымОло йөрәкле атайым
Оло йөрәкле атайым

Атайым Раян Нәҙербай улы Сәйфуллин Белорет районы Шығай ауылында дүртенсе бала булып донъяға килгән. Ул – баһадир кәү­ҙәле, сибәр йөҙлө, көслө, батыр йөрәкле, мәрхәмәтле, уңған, тырыш кеше. Атайым янында мин үҙемде яҡлаулы, ҡурсалаулы итеп тоям.
Балта оҫтаһы ул. Ярҙам һорап килеүселәргә өй бураша. Өйөбөҙ­ҙө лә атайым үҙ көсө менән һал­ған, оҫта ҡулдары кәртә-ҡураны эшләгән.
“Аталы бала – арҡалы бала” тиҙәр. Ғаиләлә беҙ өс бала, атайыбыҙға арҡаланып үҫәбеҙ. Атайыбыҙҙың аҡыллы кәңәштәренә ҡолаҡ һалабыҙ.
Атайым туғандары менән дә һәр саҡ яҡшы мөғәмәләлә, кәрәк саҡта уларға ярҙам ҡулын һуҙа.
Хәҙерге көндә атайым вахта ысулы менән ситтә эшләп йөрөй. Мин уны һәр саҡ һағынып көтөп алам. Оло йөрәкле, изге күңелле атайым тураһында йылы хис-тойғоларымды, уға бағышлап, күпме генә яҙһам да, аҙ кеүек.
Һөйөклө әсәйебеҙ Гөлдәр Зиннур ҡыҙы менән артабан да бәхетле ғүмер кисереүен, иҫән-һау эшләп йөрөүен теләйем.

Гүзәлиә СӘйфуллина,
Белорет районы Шығай мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас