+20 °С
Ясно
Хат-хәбәр
22 Июля , 07:38

ХАТ-ХӘБӘР. Билдәле рәссамдар – Байназар ауылында

Йәмле йәйҙең июль айында ауылыбыҙға Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе, Магнитогорск, Таганрог ҡалаларынан сәнғәт мәктәптәрендә,училище, институттарҙа уҡытыусы 20-нән ашыу рәссам килде.

ХАТ-ХӘБӘР. Билдәле рәссамдар – Байназар ауылындаХАТ-ХӘБӘР. Билдәле рәссамдар – Байназар ауылында
ХАТ-ХӘБӘР. Билдәле рәссамдар – Байназар ауылында

Йәмле йәйҙең июль айында ауылыбыҙға Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе, Магнитогорск, Таганрог ҡалаларынан сәнғәт мәктәптәрендә,училище, институттарҙа уҡытыусы 20-нән ашыу рәссам килде.

Улар ҡатнашлығында Юрий Григорьев исемендәге Бөтә Рәсәй педагог-рәссамдар пленэры үтте. Рәссамдар ауыл эсендә, күрше ауылдарға сығып төрлө һүрәттәр төшөрҙө. Улар үҙҙәре генә эшләп ҡалманы, беҙгә, балаларға һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтте. Беҙгә бик ныҡ оҡшаны.

Пленэр аҙағында ауыл мәҙәниәт йортонда һүрәттәрҙән ҙур күргәҙмә булды. Рәссамдарҙың эштәренән тыш, беҙ төшөргән һүрәттәр ҙә күргәҙмәлә урын алды.
Күргәҙмә уҡыусыларға ла, ауыл халҡына ла ныҡ оҡшаны, сөнки һүрәттәрҙә ауылыбыҙҙың төрлө ерҙәре сағылдырылған ине.

 

ТЕЛӘҮСИНА Диана,

Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы.

Автор фотолары.

ХАТ-ХӘБӘР. Билдәле рәссамдар – Байназар ауылында
ХАТ-ХӘБӘР. Билдәле рәссамдар – Байназар ауылында
ХАТ-ХӘБӘР. Билдәле рәссамдар – Байназар ауылында
ХАТ-ХӘБӘР. Билдәле рәссамдар – Байназар ауылында
ХАТ-ХӘБӘР. Билдәле рәссамдар – Байназар ауылында
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас