+20 °С
Ясно
Хат-хәбәр
25 Июля , 07:29

ХАТ-ХӘБӘР. Мәтрүшкә йыйыр ваҡыт

Йыл да йәмле йәйҙәр еткәс, дарыу үләндәре йыйып ҡуябыҙ. Ошо көндәрҙә генә ике төрлө мәтрүшкә үләне йыйып киптерергә ҡуйҙыҡ.

ХАТ-ХӘБӘР.  Мәтрүшкә йыйыр ваҡытХАТ-ХӘБӘР.  Мәтрүшкә йыйыр ваҡыт
ХАТ-ХӘБӘР. Мәтрүшкә йыйыр ваҡыт

Йыл да йәмле йәйҙәр еткәс, дарыу үләндәре йыйып ҡуябыҙ. Ошо көндәрҙә генә ике төрлө мәтрүшкә үләне йыйып киптерергә ҡуйҙыҡ.

Мәтрүшкә бик файҙалы – һалҡын тейгәндә, ҡан баҫымы юғары булғанда, баш ауыртҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда эсәләр. Мәтрүшкә төнәтмәһе менән баш йыуалар.

Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн мәтрүшкәне яҡшы елләтелгән ерҙә киптерәләр. Яҡшы һаҡланһа, мәтрүшкә 2-3 йыл ҡулланыуға яраҡлы була ала. Мәтрүшкәле сәй шифалы ла,тәмле лә.

Һеҙ ҙә мәтрүшкә йыйығыҙ, һуңға ҡалмағыҙ!!!

 

ӘСФӘНДИӘРОВА Асия.

Ауырғазы районы Сәлих ауылы.

Автор фотоһы.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас