

Быйылғы йәйге каникулымдың күп өлөшөн Фәрзәнә өләсәйем янында уҙғарҙым.
Өләсәй янында рәхәт! Йомшаҡ ҡулдары менән иркәләп иртәнсәк уятыуҙары ни тора! Тәмле ҡоймаҡтарынан телеңде йоторлоҡ!
Атайым эштән ҡайтҡас, ғаиләбеҙ менән Ғафури районында йәмле Еҙем йылғаһы буйында ял иттек. Аҡташта ла булдыҡ. Өс көн буйы тәбиғәт ҡосағында ял итеү шул тиклем оҡшаны. Рәхәтләнеп һыу индек, шифалы үләндәр йыйҙыҡ.
Үҙебеҙҙең Башҡортостанда ниндәй хозур икәненә тағы ла бер тапҡыр инандым. Атай-әсәйемә ошондай сәйәхәт ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт!
АҘНАБАЕВА Әҙилә,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһының 5-се синыф уҡыусыһы.