+17 °С
Облачно
Хат-хәбәр
5 Августа , 06:14

ХАТ-ХӘБӘР. Өфөгә ҡунаҡҡа барҙым

Өфөлә йәшәгән апайымдың Ҡадир исемле улы бар.  Ҡадирға бер йәш тулған. Туғаным менән уйнаным. Ағайымдың  4 айлыҡ ҡына  Рамаҙан улы менән күрештек. Матур итеп үҫеп килгәненә ҡыуандыҡ.

ХАТ-ХӘБӘР. Өфөгә ҡунаҡҡа барҙымХАТ-ХӘБӘР. Өфөгә ҡунаҡҡа барҙым
ХАТ-ХӘБӘР. Өфөгә ҡунаҡҡа барҙым

Өфөлә йәшәгән апайымдың Ҡадир исемле улы бар.  Ҡадирға бер йәш тулған. Туғаным менән уйнаным. Ағайымдың  4 айлыҡ ҡына  Рамаҙан улы менән күрештек. Матур итеп үҫеп килгәненә ҡыуандыҡ.

Бер көндө «Ботаника баҡсаһы»на барып, ундағы матур-матур  үҫемлектәргә һоҡланып, хуш еҫле сәскәләр араһында фотоға төштөк.

Аксаков баҡсаһындағы өйрәктәргә, пар аҡҡоштарға ризыҡ бирҙек.

Ағиҙел буйлап «Мираж» теплоходында, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы тыңлап, файҙалы итеп ваҡыт уткәрҙек.

Хәкимов усадьбаһында йөрөнөк һәм мәсетенә лә инеп сыҡтыҡ.

Өс төрлө фонтанды күрҙем: «Ете ҡыҙ», Шайморатов һәйкәле янындағы һәм Ҡашҡаҙан паркындағы.

Өфө урамы буйлап самокатта ла йөрөп өлгөрҙөм.

Бик оҡшаны апайымдарҙа ҡунаҡта булыу. Өфө ҡалаһын мин яратам.

 

СӨЛӘЙМӘНОВА Элиза,

йәш хәбәрсебеҙ,

Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылы.

Автор фотолары.

ХАТ-ХӘБӘР. Өфөгә ҡунаҡҡа барҙым
ХАТ-ХӘБӘР. Өфөгә ҡунаҡҡа барҙым
ХАТ-ХӘБӘР. Өфөгә ҡунаҡҡа барҙым
ХАТ-ХӘБӘР. Өфөгә ҡунаҡҡа барҙым
ХАТ-ХӘБӘР. Өфөгә ҡунаҡҡа барҙым
ХАТ-ХӘБӘР. Өфөгә ҡунаҡҡа барҙым
ХАТ-ХӘБӘР. Өфөгә ҡунаҡҡа барҙым
ХАТ-ХӘБӘР. Өфөгә ҡунаҡҡа барҙым
ХАТ-ХӘБӘР. Өфөгә ҡунаҡҡа барҙым
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас