+18 °С
Дождь
Хат-хәбәр
9 Августа , 08:50

ХАТ-ХӘБӘР. Иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәт

Ошо йәй минең өсөн бик иҫтәлекле булды. Атайым менән әсәйем мине Һамар һәм Тольятти ҡалаларына ике көнлөк экскурсияға алып барҙы.

ХАТ-ХӘБӘР. Иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәтХАТ-ХӘБӘР. Иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәт
ХАТ-ХӘБӘР. Иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәт

Ошо йәй минең өсөн бик иҫтәлекле булды. Атайым менән әсәйем мине Һамар һәм Тольятти ҡалаларына ике көнлөк экскурсияға алып барҙы.

Беренсе көндө беҙ Һамарға килдек. Иң тәүҙә термаға барҙыҡ. Унда йылы һыуҙа рәхәтләнеп йөҙҙөк. Һыу шундай йомшаҡ!

Шунан Волга йылғаһына юлландыҡ.  Әсәйем әйтеүенсә, Волга — Рәсәйҙең иң ҙур йылғаларының береһе. Бында беҙ, катерға ултырып, йылғаның бер ярынан икенсе ярына сыҡтыҡ. Волга бик киң — хатта ҡаршы ярын күреп  булмай. Ел иҫкәндә тулҡындар күтәрелде. Иҫ  киткес матурлыҡ күҙәттек!

Икенсе көндө беҙ Тольяттиға барҙыҡ. Был ҡала автомобиль  заводтары менән билдәле, шуға беҙҙе автобазаға экскурсияға алып барҙылар. Мин унда бик күп төрлө машиналарҙы күрҙем: ҙур йөк машиналары, еңел автомобилдәр, хатта боронғо моделдәр ҙә бар ине.

Әммә иң күңелемә хуш килгәне — Гарибальди замогы.  Ул урта быуат һарайы кеүек итеп төҙөлгән, иҫ киткес матур! Әкиәттәге замоктар кеүек!

Ҡайтҡанда юл буйы күргәндәремде, замокты, катерҙы, Волганы уйлап, ҡабат хәтеремдән үткәреп ултырҙым.

Был сәйәхәт миңә бик оҡшаны.  Атайым менән әсәйемә ошондай ғәжәйеп сәфәр өсөн бик-бик рәхмәтлемен. Улар миңә ысын байрам яһаны. Мин уларҙы бик яратам!

ВӘЛИТОВА Нәргизә,

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге

Талбазы башҡорт гимназияһының 5-се синыф уҡыусыһы.

ХАТ-ХӘБӘР. Иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәт
ХАТ-ХӘБӘР. Иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәт
ХАТ-ХӘБӘР. Иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәт
ХАТ-ХӘБӘР. Иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәт
ХАТ-ХӘБӘР. Иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәт
ХАТ-ХӘБӘР. Иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәт
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас