+13 °С
Облачно
Хат-хәбәр
27 Августа , 09:48

ХАТ-ХӘБӘР. Йәйге каникулымдың бер көнө

Йәйге каникулдың бер көнөндә мин туғандарым менән һалда ағыуға төштөм. Мин ике һеңлем менән бергә – кәмәлә, башҡалар сапта булды.

ХАТ-ХӘБӘР. Йәйге каникулымдың бер көнөХАТ-ХӘБӘР. Йәйге каникулымдың бер көнө
ХАТ-ХӘБӘР. Йәйге каникулымдың бер көнө

Йәйге каникулдың бер көнөндә мин туғандарым менән һалда ағыуға төштөм. Мин ике һеңлем менән бергә – кәмәлә, башҡалар сапта булды.

Мораҙымдың башынан Оло Ҡужанға тиклем  юлыбыҙ бик  күңелле булды,  шаяртышып, көлөшөп барҙыҡ. Ҡайһы берҙә ағайҙар менән алмашышып, улар – кәмәлә, беҙ сапта аҡтыҡ.

Тәбиғәт бик матур! Бейек ҡаялар, шишмәләр сылтырап аға. Оло Ҡужанға барып еткәс,  бер шәп ағышлы ерҙә саҡ-саҡ туҡтаныҡ. Туҡтағас, ағайҙар кәмәне алып Байназарға тиклем аҡты.

Миңә бик ныҡ оҡшаны Ағиҙел буйлап сәйәхәт итеү! Ә һеҙҙең йәйегеҙ нисек үтте?

 

ХИСАМЕТДИНОВА Илгенә, 12 йәш.

Бөрйән районы, Байназар ауылы.

ХАТ-ХӘБӘР. Йәйге каникулымдың бер көнө
ХАТ-ХӘБӘР. Йәйге каникулымдың бер көнө
ХАТ-ХӘБӘР. Йәйге каникулымдың бер көнө
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас