

Беҙ, 11-се синыф уҡыусылары, район башлығы менән «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылдыҡ, ағастар ултырттыҡ.
Шунан һуң беҙҙең мәҙәниәт йортонда «Бәлеш-фест» бренд сараһы үтте. Ауылыбыҙҙың бренды – картуф бәлеше.
Сара бик матур ойошторолған ине.
СӨЛӘЙМӘНОВА Элиза,
Ейәнсура районы Башҡорт Үргене мәктәбе уҡыусыһы,
йәш хәбәросе.