+5 °С
Облачно
Хат-хәбәр
11 Октября , 07:22

Ҡурай көнөндә ҡурайсы ҡунаҡҡа килде

10 октябрҙә республикабыҙҙа Ҡурай көнө билдәләнә. Байрам уңайынан дәрескә Айназдың атаһы Иншар Юлай улын саҡырҙыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡурай көнөндә ҡурайсы ҡунаҡҡа килдеҠурай көнөндә ҡурайсы ҡунаҡҡа килде
Ҡурай көнөндә ҡурайсы ҡунаҡҡа килде

10 октябрҙә республикабыҙҙа Ҡурай көнө билдәләнә. Байрам уңайынан дәрескә Айназдың атаһы Иншар Юлай улын саҡырҙыҡ. Ул балаларға башҡорт мәҙәниәтендә ҡурайҙың тарихы, үҙенсәлектәре һәм әһәмиәте хаҡында һөйләне. Айназ менән бергә моңло көй уйнап ишеттерҙеләр.

Балалар Иншар Юлай улын ҡыҙыҡһынып тыңланы һәм һорауҙар бирҙе.Ул үҙенең нисек уйнарға өйрәнеүе менән шатланып уртаҡлашты, уйын алымдарын күрһәтте.

Осрашыу аҙағында 4-се синыф уҡыусылары Иншар Юлай улына һәм Айназға рәхмәт әйтте. Күптәр милли музыка ҡоралы тураһында күберәк белергә һәм ҡурайҙа уйнарға теләүҙәрен белдерҙе.

Айгөл ҺАТЛЫҠОВА,

Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының

башланғыс синыфтар  уҡытыусыһы.

Автор фотолары.

Ҡурай көнөндә ҡурайсы ҡунаҡҡа килде
Ҡурай көнөндә ҡурайсы ҡунаҡҡа килде
Ҡурай көнөндә ҡурайсы ҡунаҡҡа килде
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас