+12 °С
Облачно
Хат-хәбәр
18 Октября , 11:45

ХАТ-ХӘБӘР. Атайым, ҡәҙерле атайым

Минең яратҡан атайым, Мөхәмәтйәнов Кәрим Уйылдан улы, – махсус хәрби операция һалдаты.

Добавить в предпочтительные источники Google
ХАТ-ХӘБӘР. Атайым, ҡәҙерле атайымХАТ-ХӘБӘР. Атайым, ҡәҙерле атайым
ХАТ-ХӘБӘР. Атайым, ҡәҙерле атайым

Минең яратҡан атайым, Мөхәмәтйәнов Кәрим Уйылдан улы, – махсус хәрби операция һалдаты.

Атайым, бөгөн һин бөтә донъя өсөн – батыр яугир һәм яҡлаусы, ә минең өсөн – донъялағы иң яҡшы, иң ҡәҙерле кешем, ғорурлығым! Һин беҙҙең ғаиләбеҙҙең тотороҡло терәге, ысын ир-егет өлгөһө!

Атай, һинең эргәлә булмауың бик һиҙелә, һинең йылы ҡулдарыңды, аҡыллы йылмайыуыңды бик һағынам. Һинең исемең минең өсөн һәр ваҡыт батырлыҡ һәм атайҙың сикһеҙ мөхәббәте билдәһе булып торасаҡ.

Атай, мин минең ҡыҙың булыуым менән сикһеҙ ғорурланам!

Атайым, мин һине ныҡ һағындым!

Ҡәҙерле атайым, мин һине шундай ныҡ итеп яратам!

 

МӨХӘМӘТЙӘНОВА Нурания,

Белорет районы Сермән мәктәбенең

3-сө “Б” синыфы уҡыусыһы.

 

Фото: Мөхәмәтйәнова Нурания.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас