

Әссәләмәғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү, “Аманат” журналы хеҙмәткәрҙәре.
Минең исемем Рәшиҙә Фәрит ҡыҙы Солтанова булам. Дәүләкән районы Алға ауылының китапхана филиалында эшләйем.
Әле генә һеҙҙең журналды килтерҙеләр. 24-се биткә еттем, уҡый уҡый.
Бөгөн Атайҙар көнө айҡанлы мәҡәләләр уҡыйым. Һәм миңә Аллаһы тәғәлә шатлыҡ бирҙе. Ниһайәт! Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмде Бәйғәмбәр тип яҙғандар! Гел пәйғәмбәр тип яҙалар ине. Унан ғына һөйөклө бәйғәмбәребеҙҙең дәрәжәһе кәмемәй. Ә шулай ҙа башҡорттар бәйғәмбәр тип һөйләй торған ине. Ғәрәп телендә п хәрефе юҡ та. Төрөк телендә бар, ә тәржемәләр күбеһенсә төрөк тәржемәһенән алына. Аллаһы тәғәләнең рәхмәте яуһын һеҙгә башҡорт дәуләт телемде һаҡлаған өсөн. Хәдистәрҙә тәжүид менән уҡығыҙ тип яҙылған. Иншаллаһ рахман.
Рәшиҙә СОЛТАНОВА,
китапханасы.
Дәүләкән районы.
Һүрәттә: хат авторы журналыбыҙҙың быйылғы октябрь һанындағы ошо мәҡәләне телгә алған.
Фото: "Аманат" журналынан скриншот.